

ЭРЕМСЕКЛЕ ТОРТ
Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 200 гр эремсек, 1 стакан шәкәр, ванилин, 300 гр тирәһе он, 1 балғалаҡ һүндерелгән аш содаһы кәрәк була.
Кремға 500 мл һөт, 1 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 3 аш ҡалағы он, ванилин, 150 гр аҡ май, 150 гр сәтләүек ҡулланыла.
Башта йомортҡаны шәкәр һәм он менән ыуып алабыҙ. Унан ванилин өҫтәйбеҙ, һөт ҡоябыҙ ҙа туҡыйбыҙ. Һүрән утҡа ултыртып, ҡуйырғансы бешерәбеҙ. Болғатып торорға онотмайбыҙ. Һыуынғанын көтөргә тура килер.
Эремсеккә шәкәр, йомортҡа, ванилин, сода ҡушып болғатабыҙ. Әҙ-әҙләп он өҫтәйбеҙ. Ҡамыр тығыҙ, әммә үтә ҡаты булмаҫҡа тейеш.
Әҙер ҡамырҙы 6-8 өлөшкә бүләбеҙ ҙә йоҡа итеп йәйәбеҙ ҙә сәнске менән тишкеләп сығабыҙ. Ҡоро табала ҡыҙарғансы ике яҡлап бешереп алабыҙ. Матурлап түңәрәтеп ҡырҡабыҙ ҙа һыуытып алабыҙ.
Аҡ майҙы миксер менән туҡыйбыҙ ҙа әҙ-әҙләп алдан әҙерләп һыуытҡан массаны ҡушабыҙ. Тортҡа крем һөртөп, сәтләүек һибеп, ҡатлай башлайбыҙ. Ҡатлап бөткәс, өҫкө ҡатын ҡамыр онтағы йә шоколад менән биҙәгеҙ.
Һыуытҡыста тәмләнһен өсөн ҡалдырып торайыҡ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ татлы булһын!