Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
8 Июнь 2023, 16:44

Үксә ярылһа...

Үксәгеҙ ярылһа...  1. Аяҡ өсөн ванна  * 3 балғалаҡ сода   

Үксә ярылһа...
Үксә ярылһа...

Үксәгеҙ ярылһа... 

1. Аяҡ өсөн ванна 

* 3 балғалаҡ сода 

* 1 аш ҡалағы кер һабыны юнысҡыһы (стружка) 

* 1 литр һыу. 

Эҫе һыуға сода менән һабынды иретегеҙ. Унан был һыуға аяғығыҙҙы тығып, 40 минуттай ултырып тороғоҙ. 

 

2. Аяҡ өсөн маска 

* 6 таблетка аспирин

* 1 балғалаҡ лимон һуты 

* 1 балғалаҡ һыу. 

Аспиринды онтап һыу һәм лимон һуты менән бутағыҙ. Паста килеп сығырға тейеш. Был пастаны ҡоро сөйәлгә йәки ярыған ергә һылағыҙ. Унан аяғығыҙҙы полиэтилен пакет менән төрөгөҙ ҙә йылы ойоҡбаш кейегеҙ. 

10 минуттан йыуып төшөрөгөҙ ҙә крем һөртөгөҙ. Был процедураны ике аҙна дауамында көнөнә 2 тапҡыр һылағыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Аяғығыҙ һеҙҙе һөйөндөрөп кенә торһон! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: