Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
8 Июнь 2023, 18:00

Баш әйләнә, ҡолаҡ шаулаймы?

Баш әйләнеп, ҡолаҡ шаулаһа, һеҙгә 1 кг энәлек емешен, 1,5 стакан һоло ярмаһын, 3 литр һыу, 0,5 стакан шәкәр алырға кәрәк.   

Баш әйләнә, ҡолаҡ шаулаймы?
Баш әйләнә, ҡолаҡ шаулаймы?

Баш әйләнеп, ҡолаҡ шаулаһа, һеҙгә 1 кг энәлек емешен, 1,5 стакан һоло ярмаһын, 3 литр һыу, 0,5 стакан шәкәр алырға кәрәк. 

Энәлек емештәрен духовкала бер аҙ иҙелтеп алабыҙ ҙа, иләктән үткәрәбеҙ. уны сито аша һөртөгөҙ.

Һоло ярмаһын (хлопья) 3 литр ҡайнар һыуға һалып, 12 сәғәт быҡтырабыҙ. Унан һүрән утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сығыу менән һөҙөп алабыҙ. 

Һоло ярмаһы бешкән һыуҙы көн һайын берәр стакан эсергә кәңәш ителә. Тиҙҙән баш әйләнгәне, ҡолаҡ шаулағаны онотолоп ҡалыр. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: