Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Июнь 2023, 12:15

Дегәнәк яптығыҙмы?

Тубыҡтарығыҙ һыҙлаймы? Әле бар ерҙә шаулап үҫкән дегәнәк япраҡтарын ҡулланығыҙ. Уны парға тотоп алығыҙ һәм бал һөртөп һыҙлаған тубыҡтарға ябығыҙ. Тышынан йылытып, урап ҡуйығыҙ. Ошондай 10 сеанс һыҙлауҙарҙы баҫыр. Дегәнәк япрағы баш ауыртыуын да баҫа...

Дегәнәк яптығыҙмы?
Дегәнәк яптығыҙмы?

Тубыҡтарығыҙ һыҙлаймы? Әле бар ерҙә шаулап үҫкән дегәнәк япраҡтарын ҡулланығыҙ. Уны парға тотоп алығыҙ һәм бал һөртөп һыҙлаған тубыҡтарға ябығыҙ. Тышынан йылытып, урап ҡуйығыҙ. Ошондай 10 сеанс һыҙлауҙарҙы баҫыр.

Дегәнәк баш ауыртыуын да баҫа. Япраҡты әҙерәк парға тотоп алығыҙ ҙа, йөнлө яғын башығыҙға ябып, яулыҡ менән урап ҡуйығыҙ. Был ысул баш ауыртыуҙарын яҡшы баҫа. Сәстәргә лә бик килешә. Тик дауаланыуҙы 10 – 15 минуттан башлағыҙ. Артабан хәлегеҙгә ҡарап, ваҡытты оҙайтырға була.

Һау-сәләмәт булайыҡ! Аяҡ аҫтында түшәлеп ятҡан файҙалы үләндәрҙе ҡулланып ҡалайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: