Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Июнь 2023, 17:40

Башың ауыртамы?

Баш ауыртҡанда беҙ дарыу эсергә өйрәнгәнбеҙ. Ә бына ҡайһы саҡта ябай ғына сәй ҙә ярҙамға килеп ҡуя.  Мәҫәлән, бөтнөк менән дәрсен ҡушылған, йә мүк еләге (клюква) ҡушып әҙерләнгән сәй.     

Башың ауыртамы?
Башың ауыртамы?

Бөтнөк һәм дәрсен (кoрица) сәйе

Йәшел сәйҙе ҡуйы итеп бешерәбеҙ, унан балғалаҡтың өстән бер өлөшөнә дәрсен һәм бер семтем тирәһе бөтнөк һалабыҙ. Был сәйҙе эскәндән һуң күҙҙәреңде йомоп ятып тор. Ә бына ҡан баҫымы түбән булған кешеләргә был сәйҙе эсергә ярамай, бөтнөк ҡан баҫымын төшөрә. 

 

Мүк еләге (клюква) баш өйәнәгәенән (мигpeнь) ярҙам итә. 1 стaкaн мүк еләге һутын 1 литр һыу менән ҡушып болғатабыҙ. Ошонда уҡ 200 гр шәкәр һәм 1 мл нaшатыр спиpтын өҫтәйбеҙ. Был эсемлекте көнөнә 3 тапҡыр 30-ар мл эсергә кәңәш ителә. 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: