Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Июнь 2023, 12:19

Тауыҡ итенән котлет

Бының өсөн 3 телем аҡ икмәк, 100 мл һөт, уртаса ҙурлыҡтағы һуған, 3 теш һарымһаҡ, 500 гр тауыҡ фаршы, 1 йомортҡа, тәменә ҡарап тоҙ алына.Башта икмәкте һөт менән ебетеп алайыҡ. Һуған менән һарымһаҡты блендер менән иҙеп алабыҙ ҙа фаршҡа ҡушабыҙ.

Тауыҡ итенән котлет
Тауыҡ итенән котлет

Төшкөлөккә тауыҡ итенән котлет бешерәйек әле.

Бының өсөн 3 телем аҡ икмәк, 100 мл һөт, уртаса ҙурлыҡтағы һуған, 3 теш һарымһаҡ, 500 гр тауыҡ фаршы, 1 йомортҡа, тәменә ҡарап тоҙ алына.

Башта икмәкте һөт менән ебетеп алайыҡ. Һуған менән һарымһаҡты блендер менән иҙеп алабыҙ ҙа фаршҡа ҡушабыҙ.

Фаршҡа йомортҡаны, һөттә ебегән икмәкте, тоҙ ҡушып яҡшылап тысҡыйбыҙ.

Әҙер фарштан котлеттар яһап, ҡыҙарғансы ике яҡлап ҡурып алабыҙ. Уны шулай уҡ духовка йәки парҙа бешерергә лә була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: