Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Июнь 2023, 10:14

Әрем менән дауаланайыҡ

Дарыу иртәнсәк әҙер булһын өсөн уны кистән әҙерләп ҡуйыу мотлаҡ.2 өймәләмә тулы аш ҡалағы әсе әремде (аптеканан "Горькoй пoлыни" тип алырға була) 1 cтакан араҡыға һалып, уны ярты литрлыҡ банкаға бушатығыҙ.Һыу боҫонда 20 минут ҡайнатығыҙ. Унан уттан алығыҙ һәм һыу өҫтөндә килеш таңға тиклем ҡалдырығыҙ. Был ваҡыт эсендә алкоголь тулыһыса осоп бөтә.Иртәнсәк һөҙөп алығыҙ һәм 1 аш ҡалағы бал ҡушып болғатығыҙ.

Әрем менән дауаланайыҡ
Әрем менән дауаланайыҡ

Әрем менән дауаланайыҡ

Дарыу иртәнсәк әҙер булһын өсөн уны кистән әҙерләп ҡуйыу мотлаҡ.

2 өймәләмә тулы аш ҡалағы әсе әремде (аптеканан "Горькoй пoлыни" тип алырға була) 1 cтакан араҡыға һалып, уны ярты литрлыҡ банкаға бушатығыҙ.

Һыу боҫонда 20 минут ҡайнатығыҙ. Унан уттан алығыҙ һәм һыу өҫтөндә килеш таңға тиклем ҡалдырығыҙ. Был ваҡыт эсендә алкоголь тулыһыса осоп бөтә.

Иртәнсәк һөҙөп алығыҙ һәм 1 аш ҡалағы бал ҡушып болғатығыҙ.

Уны түбәндәге схема буйынса ҡабул итегеҙ:
* Иртәнге 6-7 сәғәттә - 2 аш ҡалағы эсегеҙ һәм артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ.

* 12-13 сәғәттә - 1 аш ҡалағы эсегеҙ һәм артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ.

* 18-19 сәғәттә - 1 аш ҡалағы эсегеҙ һәм артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ.

* 23-24 сәғәттә - 2 аш ҡалағы эсегеҙ һәм артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуйығыҙ.

Ошолай схема менән эскәндә 1-2 көндә бронхиттан ҡотолоп була. Ә көслө йүтәл бер көндә юҡҡа сығыр.

Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән мотлаҡ кәңәшләшегеҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: