Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Июнь 2023, 11:35

Эремсек һәм емеш бәлеше

Был бәлештең кетерләп торған ҡамыры өсөн 100 гр 5%-лы эремсек, 1 йомортҡа һарыһы, 20 гр бүлмә температураһындағы аҡ май, 80 гр дөгө оно (бойҙайҙыҡы ла ярап ҡала), тәменә ҡарап шәкәр, тоҙ алына. Эслек 125 гр йомшаҡ эремсек, 10 гр кукуруз крахмалы, 1 йомортҡа ағы, 30 гр туңған еләк-емеш (үҙегеҙҙә булғаны), тәменә ҡарап шәкәр алына.

Эремсек һәм емеш бәлеше
Эремсек һәм емеш бәлеше

Эремсек һәм емеш бәлеше

Был бәлештең кетерләп торған ҡамыры өсөн 100 гр 5%-лы эремсек, 1 йомортҡа һарыһы, 20 гр бүлмә температураһындағы аҡ май, 80 гр дөгө оно (бойҙайҙыҡы ла ярап ҡала), тәменә ҡарап шәкәр, тоҙ алына.

Эслек 125 гр йомшаҡ эремсек, 10 гр кукуруз крахмалы, 1 йомортҡа ағы, 30 гр туңған еләк-емеш (үҙегеҙҙә булғаны), тәменә ҡарап шәкәр алына.

Ҡамыр өсөн һаналып бөткән аҙҡ-түлекте ҡушып, сәнске ярҙамында болғатабыҙ. Унан 2-3 минут дауамында ҡул менән баҫып алабыҙ. Әүәләп йоморлайбыҙ һәм 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Эслек өсөн ингредиенттарҙы (еләк-емештән башғаларын) блендер ярҙамында иҙеп алабыҙ. Унан еләк-емеште ҡушып, һаҡ ҡына ҡалаҡ менән болғатабыҙ.

Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүләбеҙ. Уның береһе икенсеһенән саҡ ҡына ҙурыраҡ булырға тейеш.

Бәлеште бешерә торған форма диаметры 16 см-ға тиклем булырға тейеш.

Ҡамырҙың ҙурырағын ҡул менән һуҙғыслап йәйәбеҙ. Бәләкәйерәген бау кеүек ыуалап һуҙабыҙ. Быныһы бәлештең сит яғы буласаҡ. Был әҙер бәлеш формаһына эслекте ҡоябыҙ һәм 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 35-40 минут тирәһе ваҡыт эсендә бешереп алабыҙ.

Бешеп сыҡҡан бәлеште 10 минуттай һыуытығыҙ ҙа унан форманан ысҡынбырып алығыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: