Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Июнь 2023, 08:35

Дегәнәк һуты әҙерләйбеҙ

Йыйған дегәнәк япраҡтарын 5-6 сәғәткә һалҡын һыуға һалып торорға. Унан ит турағыс аша үткәреп, һутын һығып алырға. Йәки һут һыҡҡыс аша эшләп алырға. 

Дегәнәк һуты әҙерләйбеҙ
Дегәнәк һуты әҙерләйбеҙ

Дегәнәк һутын хәҙер әҙерләп алырға була. Был бик көслө таҙараныу үләне. Ул эстәге төрлө шештәрҙе кәметә, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан, эсәктәрҙе таҙарта. Тик таштары булған кешегә уны бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Бик әҙләп башлап үҙегеҙҙе нисек тойоуға иғтибар бирегеҙ. Онкология ауырыуҙары менән ауырығандарға дегәнәк һутын ике сәғәт һайын икешәр сәй ҡалағы эсергә, бер айҙан тикшерелергә, әгәр ыңғай үҙгәрештәр булһа, бер аҙна ял итергә һәм тағы бер айлап дауам итергә. 

Йыйған дегәнәк япраҡтарын 5-6 сәғәткә һалҡын һыуға һалып торорға. Унан ит турағыс аша үткәреп, һутын һығып алырға. Йәки һут һыҡҡыс аша эшләп алырға. 

Көнөнә бер сәй ҡалағынан башлайбыҙ. Ас ҡарынға! Һутты эскәндән һуң  ярты сәғәт  бер нәмә эсергә лә, ашарға ла ярамай. Ныҡ әсе булһа ҡалаҡ осонда бал ҡабығыҙ. Әкренләп көнөнә өс мәртәбә эсеүгә күсәбеҙ. Быға тиклем һутты эсеп өйрәнгәндәр көнөнә өс мәртәбә берәр аш ҡалағы эсә ала.  Дауаланыу курсы бер ай. 

Әҙер һут һыуытҡыста ике көн һаҡлана. Әгәр оҙағыраҡ һаҡларға уйлаһағыҙ, уны 1/1 итеп бал менән бутап алығыҙ. 

Һау-сәләмәт булайыҡ! Аяҡ аҫтында үткән мөғжизәле үләндәрҙе урап үтмәйек!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: