Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Июня 2023, 05:56

Аспирин менән трюктар

Аспирин менән битте таҙартып, ҡауаҡты бөтөрөп, һытҡынан ҡотолоп, тапты сығарып була. 

Аспирин менән трюктарАспирин менән трюктар
Аспирин менән трюктар

Аспирин менән трюктар! 👇

Аспирин – өйҙәге аптечкалағы төп дарыуҙарҙың береһелер моғайын. Һыҙланыуҙан да, температуранан да, ҡан шыйығайтыу өсөн дә... Һәм беҙ белмәгәне лә уның бик күп. 

✅ Ҡауаҡ
👉 Бер-ике иҙелгән таблетканы шампунь менән ҡушып болғатығыҙ ҙа шунда уҡ тотоноғоҙ. Тиҙҙән ҡауаҡтың онтағы ла ҡалмаҫ. 
⠀⠀
✅ Һытҡы, угри (прыщи)
👉 Әгәр ҙә мәгәр аспиринды саҡ ҡына һыу менән иҙеп, был пастаны һытҡы урынына һылаһаң, тиҙҙән ул юҡҡа сығыр. Әйткәндәй пастаны төнгөлөккә ҡалдырыр кәрәк.  
⠀⠀
✅ Кейемдәге таптар
👉 Тапты сығарыр өсөн 100 мл һыуға 2 таблетка һалып ебетегеҙ. Аҙаҡ ул керҙе ябай ысул менән йыуығыҙ. 

✅ Сәс өсөн
👉 Әгәр сәс тоноҡланып торһа, ул ялтырап, йылҡылдап торһон өсөн 8 таблетка аспиринды 200 мл һыу менән иҙеп, сәсегеҙгә һылағыҙ. 15 минуттан һыу менән сайып төшөрөгөҙ. 

Тормошоғоҙ ал төҫтәр менән биҙәлһен!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас