Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Июнь 2023, 17:01

Ҡарағатты туҡландырайыҡ

Kpaxмaл һәм көл - ҡарағатты туҡландыра торған шәп ашлама. Был ашламаны индерһәң, ҡарағат эре һәм татлы була.  Кpaxмaлды - сәскә атҡан ваҡытта, ә көлдө емеше өлгөргәндә индерәләр.  Крахмал ашламаһы былай

Ҡарағатты туҡландырайыҡ
Ҡарағатты туҡландырайыҡ

Kpaxмaл һәм көл - ҡарағатты туҡландыра торған шәп ашлама. Был ашламаны индерһәң, ҡарағат эре һәм татлы була. 

Кpaxмaлды - сәскә атҡан ваҡытта, ә көлдө емеше өлгөргәндә индерәләр. 

Крахмал ашламаһы былай эшләнә: 

200-300 гр крахмалды 3 литр һыу менән иҙеп, һүрән утта ҡайнатып алабыҙ. Кеҫәл ҡуйылығында булырға тейеш. Кеҫәлде 10 литр һыу менән иҙәбеҙ. Әҙер! 

Ҡулланыр алдынан ҡарағатҡа күп итеп һыу ҡоябыҙ. Был ашламаны 2-3 тапҡыр эшләп ҡоябыҙ.

Көл менән былай эшләнә: 

Биҙрәгә 3 литр көл һалабыҙ һәм болғатабыҙ. Бер-ике көн төнәтәбеҙ һәм 1:10 миҡдарҙа бүлмә температураһындағы һыу менән иҙәбеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: