Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Июнь 2023, 17:45

Ябығырға теләһәң

Ябығырға теләгән саҡта ябай һәм бик тәмле ысул ярҙамға килер. Уны ҡуланғандан һуң һеҙ өс аҙна – бер айҙан ябыға башлауығыҙҙы күрерһегеҙ. Шулай итеп, бер банан, 1 апельсин, 2 аш ҡалағы етен (семена льна), 3 сәй ҡалағы кунжут, 200 мл һыу кәрәк буласаҡ...

Ябығырға теләһәң
Ябығырға теләһәң

Ябығырға теләгән саҡта ябай һәм бик тәмле ысул ярҙамға килер. Уны ҡуланғандан һуң һеҙ өс аҙна – бер айҙан ябыға башлауығыҙҙы күрерһегеҙ.

Шулай итеп, бер банан, 1 апельсин, 2 аш ҡалағы етен (семена льна), 3 сәй ҡалағы кунжут, 200 мл һыу кәрәк буласаҡ. Емештәрҙе ҡабығынан әрсеп, турағыҙ һәм блендерҙа ныҡ итеп ваҡлағыҙ. Бутҡаға әүерелгәнсе. Унан уға һыу һәм етен менән кунжутты өҫтәп болғатығыҙ. Биш минуттан эсегеҙ. Был смузины иртәле-кисле эшләп эсегеҙ. Һеҙ шәкәрле, татлы ризыҡҡа тартылмай башлаясаҡһығыҙ һәм күп итеп ашағығыҙ ҙа килмәҫ. Сөнки смузилағы калий, магний һ.б. витаминдар һеҙҙе туҡ тотасаҡ, организмдағы артыҡ һыуҙы сығарып, отектарҙы бөтөрәсәк.

Һау-сәләмәт булайыҡ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: