Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Июнь 2023, 12:17

Торт кеүек тәмле ҡоймаҡ

Был ҡоймаҡты бешкән крем менән төрәйек.  Ингредиенттары:1 литр һөт 250 гр он 4 йомортҡа саҡ ҡына үҫемлек майы  Эслек өсөн: 70 гр аҡ май 270 гр шәкәр   

Торт кеүек тәмле ҡоймаҡ
Торт кеүек тәмле ҡоймаҡ

Был ҡоймаҡты бешкән крем менән төрәйек. 

Ингредиенттары:
1 литр һөт

250 гр он

4 йомортҡа

саҡ ҡына үҫемлек майы 

Эслек өсөн:

70 гр аҡ май

270 гр шәкәр 

1 балғалаҡ разрыхлитель 

семтем тоҙ 

тәменә ҡарап ванилин алына. 

Башта онға ярты литр һөт, 2 йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр, разрыхлитель, тоҙ һәм тәменә ҡарап ванилин ҡушып болғатабыҙ. Унан ҡоймаҡ ҡоябыҙ.

Эслеккә сират етте. 1 стакан шәкәр менән 2 йомортҡаны ҡушып туҡыйбыҙ. Унан 3 аш ҡалағы он һәм ванилин ҡушып болғатабыҙ. 500 мл һөт ҡойоп, яҡшылап болғатабыҙ. 

Был ҡатнашманы урта ҡыҙыулыҡтағы утта болғата-болғата ҡайнатып сығарабыҙ. 70 гр аҡ май ҡушып, йәнә 5-10 минут бешерәбеҙ. 

Ҡоймаҡтың ике яҡ ситен ҡырҡып сығабыҙ. 2-3 ҡалаҡ крем һалып төрәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, йома мөбәрәк булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: