Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Июнь 2023, 17:31

Ревматизмдан - бәпембә

Тамырҙарҙы һәләк итә торған мәкерле ауырыу бар. Ул ревматизм, тип атала. Ябай ғына бәпембә был ауырыу өсөн хәүефле булып тора. Әйтеп үтеүемсә, ауырыу өсөн. Кеше һаулығы өсөн ул бер хазина булып тора.

Бының өсөн башта бәпембә сәскәһен йыйып алабыҙ. 1:1 миҡдарҙа уны шәкәр менән ҡушып ыуалайбыҙ. Ҡояшһыҙ, әммә асыҡ урында 1 көн тотабыҙ. Унан һыуытҡысҡа 1,5 аҙнаға ултырабыҙ. Хәҙер инде бәпембәһен һөҙөп, һығып алабыҙ ҙа, ҡабаттан һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.

Был шыйыҡсаны күберәк эскән һайын файҙалыраҡ була. Әгәр инде һеҙ шәкәр диабеты менән яфаланмаһағыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: