Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
29 Май 2023, 16:55

Еләктән ҡаҡ ҡоябыҙ

Уның өсөн кәрәк: 1 кг еләк, 300 г шәкәр ҡомо, 1 стакан һыу, 2 сәй ҡалағы көнбағыш майы, ярты лимон. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Еләктән ҡаҡ ҡоябыҙ

Уның өсөн кәрәк:

1 кг еләк, 300 г шәкәр ҡомо, 1 стакан һыу, 2 сәй ҡалағы көнбағыш майы, ярты лимон.

Еләктәрҙе йыуып таҙаларға һәм шаҡмаҡлап турап кәстрүлгә һалырға. Лимондың яртыһын еләк өҫтөнә һығып, һутын ағыҙырға. Һыу ҡойоп, ҡанатырға ҡуйырға. Һыу ҡайнай башлағас, һүрән генә утта 10 минут ҡайнатырға. Шул ваҡытта еләк һутын сығарып, иҙелә башлаясаҡ. Еләкте ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға.

Әҙер еләк массаһын блендер аша сығарып алабыҙ, һуңынан шәкәр ҡомо өҫтәп, иреп бөткәнсе, 5 минуттай болғатабыҙ. Унан табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, өҫтөн майлайбыҙ. Шуның өҫтөнә еләк массаһын ҡоябыҙ. Йәймә ҡалын булмаһын. Ҡояш төшмәгән, еләҫ урында киптереп алабыҙ. Шулай уҡ 150 градус эҫелектәге духовкаға, йәки мейескә тығып та киптерергә мөмкин. Бының өсөн 4-6 сәғәт ваҡыт талап ителә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:GZn5kjiZmVw

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: