Файҙалы кәңәштәр
23 Май 2023, 07:30

Төшкөлөккә 5 минутта печенье

5 минутта әҙер була торған печенье өсөн 1 йомортҡа, 60 мл үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы шәкәр, 100 мл кефир, 250 гр он, 1 балғалаҡ разрыхлитель кәрәк була. Башта табаҡҡа йомортҡаны һалып, туҡып алабыҙ. Унан май, шәкәр һәм кефир өҫтәп туҡыйбыҙ. Разрыхлитель ҡушылған ондо һалып, ҡамыр....

Төшкөлөккә 5 минутта печеньеТөшкөлөккә 5 минутта печенье
Төшкөлөккә 5 минутта печенье

5 минутта әҙер була торған печенье өсөн 1 йомортҡа, 60 мл үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы шәкәр, 100 мл кефир, 250 гр он, 1 балғалаҡ разрыхлитель кәрәк була.

Башта табаҡҡа йомортҡаны һалып, туҡып алабыҙ. Унан май, шәкәр һәм кефир өҫтәп туҡыйбыҙ. Разрыхлитель ҡушылған ондо һалып, ҡамыр баҫабыҙ. 

Әҙер ҡамырҙы 1 см ҡалынлыҡта итеп йәйәбеҙ ҙә өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға бүлеп ҡырҡҡылайбыҙ һәм противенға һалып сығабыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 10-15 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, күңелегеҙ көр булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас