Файҙалы кәңәштәр
22 Май 2023, 11:45

Кәңәшемә ҡолаҡ һал

Һурпаның күбеген ваҡытында һѳҙѳп алмаһағыҙ, уға бер сынаяҡ һыу ҡойоғоҙ - ул яңынан ҡалҡып сығыр. Ҡырылған сей картуф ҡараймаһын ѳсѳн уға бер аҙ һѳт ҡушығыҙ. Эҫе табаға тѳшкән аҡ май ҡараймаһын ѳсѳн табаны башта кѳнбағыш майы менән майлап алығыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.  

1. Һурпаның күбеген ваҡытында һѳҙѳп алмаһағыҙ, уға бер сынаяҡ һыу ҡойоғоҙ - ул яңынан ҡалҡып сығыр.

2. Тауыҡ һурпаһына кишер һәм һуғандан башҡа аш тәмләткестәре һалмағыҙ - тәмен юғалтасаҡ.

3. Аш бешеп сыҡҡас та, ундағы лавр япрағын алып ташлағыҙ.

4. Котлет өсөн әҙерләгән фаршҡа ваҡ ҡына итеп турап, еңелсә ҡыҙҙырылған ярты һуған һәм ҡырғыстан үткәрелгән картуф ѳҫтәһәгеҙ, ул һутлы һәм йомшаҡ ҡына буласаҡ.

5. Котлет формаһын юғалтмаһын һәм һуты ағып сыҡмаһын ѳсѳн, тәүге минутта уны көслө утта ҡыҙҙырып алығыҙ, һуңынан утын кәметегеҙ. Котлетты икенсе яғына әйләндергәс, утты йәнә кѳсәйтеп алығыҙ.

6. Балыҡ киҫәктәргә ваҡланмаһын һәм алтын тѳҫкә инһен тиһәгеҙ, ҡурырҙан алда 10-15 минут элек таҫтамал менән ҡоротоп, тоҙ менән әүәләгеҙ.

7. Ҡырылған сей картуф ҡараймаһын ѳсѳн уға бер аҙ һѳт ҡушығыҙ.

8. Картуф пюреһын ҡулдан иҙһәгеҙ, ул тәмен юғалтмаҫ.

9. Әсе ҡамыр әҙерләгәндә уға бешкән картуфты һыуытып, ваҡ ҡырғыс аша үткәреп ҡушһағыҙ, ул йомшаҡ һәм ҡабарынҡы булыр.

10. Ҡамыр тиҙерәк ҡалҡһын тиһәгеҙ, уға бер нисә ерҙән кѳпшәле макарон батырығыҙ.

11. Эҫе табаға тѳшкән аҡ май ҡараймаһын ѳсѳн табаны башта кѳнбағыш майы менән майлап алығыҙ.

12. Табалағы май сәсрәп ыҙалатһа, ризыҡты ҡурыр алдынан таба тѳбѳнә саҡ ҡына тоҙ һибегеҙ.

13. Турамаға көнбағыш майын иң аҙаҡ ҡоялар. Тәүҙә кәрәк булған башҡа аҙыҡ-түлекте, тоҙ, аш һеркәһен һалалар.

14. Майонезлы тураманы йә винегретты табынға ҡуйыр алдынан лимон ҡабын һалып тороғоҙ – ризыҡ үҙенсәлекле тәм алыр.

Фото асыҡ сығаанҡтан алынды: kulinarnie-oploshnosti-4

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас