Файҙалы кәңәштәр
21 Май 2023, 10:10

КОРЖИКТАР

Кәрәк була: ярты стакан һөт1 йомортҡа100 г аҡ май1ст. шәкәр3-4ст. он1 ҡап ҡабартҡыс...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Рецепт:

ярты стакан һөт
1 йомортҡа
100 г аҡ май
1ст. шәкәр
3-4ст. он
1 ҡап ҡабартҡыс

Һөткә шәкәрҙе һалып утҡа иретергә ҡуябыҙ, ирегәс 1-2 минут ҡайнатып комната температураһына тиклем һыуынғанын көтөргә кәрәк булыр.
Икенсе һауытта йомшарған май менән йомортҡаны болғатып, өҫтөнә һыуынған һөттө ҡоябыҙ ҙа ныҡ итеп туғыйбыҙ. Ҡабартҡыс менән ондо ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ.
Хәҙер йәйергә лә мейескә оҙатырға ғына ҡала.
Йәймәнең ҡалынлығы 0,8 мм диаметры 10 см тирәһе була.
Тиҙ генә бешә был йәймәләр, шуға күрә оҙаҡ тотмағыҙ, 10-15минут етә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:66cb11b28642b578f26500feeb7c0f2b

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас