+21 °С
Облачно


Ҡалын ҡоймаҡты икенсе төрлө панкейки тип тә әйтәләр.
Был күпереп торған ҡалын ғына ҡоймаҡты ҡойоу өсөн 500 мл йылы кефир, ярты балғалаҡ сода, 3 аш ҡалағы шәкәр, семтем тоҙ, 2 йомортҡа, 250-280 гр он, 50 мл үҫемлек майы кәрәк була.
Башта йылы кефирға сода ҡушып һүндереп алабыҙ. 1-2 минуттан тоҙ, шәкәр, йомортҡа ҡушып болғатабыҙ һәм он өҫтәйбеҙ.
Яҡшылап туҡып алабыҙ һәм үҫемлек майын ҡушабыҙ.
Табаны яҡшылап ҡыҙҙырабыҙ һәм һүрән утта ике яҡлап бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!