

#Һаҡмар_рецепттар
Төшкөлөккә кәбеҫтәнән ялҡауҙар бәлешен бешерәйек. Үҙе шул тиклем тәмле килеп сыға, еңел дә.
Бының өсөн 500 гр кәбеҫтә, ярты ҡап аҡ май, 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, 6 аш ҡалағы он, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ разрыхлитель кәрәк була.
Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ һәм табала бер аҙ ҡурып алабыҙ. Әгәр ҡурып торорға иренһәгеҙ, уны ваҡ итеп турап, форма төбөнә теҙеп һалырға була. Тик алдан форманы аҡ май һалып эҫегә ултыртыр кәрәк.
Ҡамыр былай әҙерләнә:
йомортҡаны, ҡаймаҡты, майонезды, ондо, тоҙҙо һәм разрыхлителде бергә ҡушып туҡыйбыҙ. Унан майлы кәбеҫтәнең өҫтөнә ҡоябыҙ.
180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Өҫтө алтын төҫөнә ингәс, бешкән була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!