Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Май 2023, 10:40

Еләктән - мул уңыш

Еләктән мул уңыш алырға теләгән баҡсасылар өсөн был ысул. 1 стакан иләнгән көл, 2 г марганцовка, 2 г бор кислотаһы (порошок), аш ҡалағы йод кәрәк буласаҡ...

Еләктән - мул уңыш
Еләктән - мул уңыш

Еләктән мул уңыш алырға теләгән баҡсасылар өсөн был ысул.

1 стакан иләнгән көл, 2 г марганцовка, 2 г бор кислотаһы (порошок), аш ҡалағы йод кәрәк буласаҡ. Көлгә 2 литр ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуынғас, 10 литр һыуға һөҙөп ҡойорға. Марганцoвка, бор кислотаһын һәм йодты өҫтәргә. Еләктәрҙең япраҡтары һыуланғансы һибергә.
Был кәрәкле ашламалар менән байытыу ғына түгел, ә зыянлы бөжәктәр менән көрәшеүҙең эффектив сараһы ла!

Бер мәртәбә уңыш биргән еләктәргә процедураны йылына ике мәртәбә – сәскә атмаҫ борон һәм көҙөн, еләктәрен йыйып алғас эшләйбеҙ. Ә йәй дауамында уңыш биргән еләктәргә өс аҙна һайын һибәбеҙ. Уңышыбыҙ мул булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: