+24 °С
Ямғыр


Әгәр төшкө ашығыҙ әҙер булмаһа, һеҙ 180 гр эремсек, 250 гр кефир, 1 йомортҡа, 30-50 гр сыр, яртышар балғалаҡ тоҙ һәм сода, он һәм йәшел һуған менән бик тәмле бәлеш бешерә алаһығыҙ.
Бының өсөн барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ һәм табала бешерәбеҙ. Әйткәндәй, он күләмен үҙ ҡарамағығыҙға ҡалдырҙыҡ. Ҡамыр форманы тоторлоҡ булғансы он ҡушығыҙ.
Табаға май һалып ҡурырға була. Шулай уҡ майһыҙ табала ла бик тәмле килеп сыға.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!