Сәс ҡойоламы?

Һуған ярҙамға килер. Нисекме? 

Сәс ҡойоламы?Сәс ҡойоламы?
Сәс ҡойоламы?

Сәс ҡойоламы?

Һуған ярҙамға килер. Нисекме?

Билдәле булыуынса күп кенә шампундәргә һуған һуты ҡушыла. Тик ул төрлө химия ярҙамында еҫен юғалта һәм беҙгә һиҙелмәй.

Ҙур ғына башлы һуғанды ҡырғыстан йәки блендерҙан үткәр. Унан һутын һығып, баш тиреһенә һөрт. Унан башыңды урап, 1 сәғәт тирәһе йөрөп тор.
Ә бына һуғандың әсе еҫен әҙ генә булһа ла бөтөрөр өсөн роза һыуы кеүек хуш еҫле берәй нәмә ҡушырға була.

1 сәғәттән һуң сәсеңде шампунь ярҙамында йыуып ал.

Ошолай һуғанлы масканы аҙнаһына ике тапҡыр эшлә. Сәсең ҡойолмай башлағас туҡтатһаң да була.

Күрҙеңме, үҙе осһоҙ ҙа, файҙалы ла.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас