РОГАЛИК

Рогаликты бешереү өсөн 600 гр он, 60 гр шәкәр, 0.5 балғалаҡ тоҙ, 25 гр әсетке, 200 гр кефир йә ойоған һөт, 50 гр һөт, 75 гр аҡ май, 2 йомортҡа кәрәк була. Биҙәү өсөн 2 йомортҡа һарыһы менән 2 аш ҡалағы һөт һәм кунжут алына. Аҡ майҙы иретәбеҙ, һөттө йылытабыҙ. 

РОГАЛИКРОГАЛИК
РОГАЛИК

🔥🔥РОГАЛИК🔥🔥

Рогаликты бешереү өсөн 600 гр он, 60 гр шәкәр, 0.5 балғалаҡ тоҙ, 25 гр әсетке, 200 гр кефир йә ойоған һөт, 50 гр һөт, 75 гр аҡ май, 2 йомортҡа кәрәк була. Биҙәү өсөн 2 йомортҡа һарыһы менән 2 аш ҡалағы һөт һәм кунжут алына.

Аҡ майҙы иретәбеҙ, һөттө йылытабыҙ. Хәҙер инде барыһын бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡалҡырға тейеш.
Унан әҙер ҡамырҙы ныҡ йоҡа итмәйенсә генә йәйәбеҙ. Уны өсмөйөшләп ҡырҡып сығабыҙ. Рогаликтар яһап, майлы табаға йә әҙер формаға теҙеп сығабыҙ.
Йомортҡа һарыһын һөт менән туҡыйбыҙ һәм рогаликтар өҫтөнә һөртәбеҙ. Унан мәк йә кунжут орлоғо һибәбеҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас