

Кишер
Кишер яҡшылап эшкәртелгән, тәрән итеп ҡаҙылған, йомшаҡ ерҙе ярата. Уны сәсеүҙең үҙ сере бар.
Кишерҙе ултыртыр алдынан уның орлоҡтарын иркенерәк итеп бер сепрәккә төрәбеҙ. Уны дымлы ергә бер штык көрәк тәрәнлегенә (был мөһим!) күмәбеҙ. 10-12 көн эсендә кишер орлоғоноң эфир майҙары осоп бөтә, орлоҡтар ҙурайып, шыта башлай. Уларҙы бер һауытҡа һалабыҙ ҙа, ултыртҡанда ҡулға йәбешмәһен өсөн крахмал менән бутайбыҙ. Түтәлгә кишер орлоҡтары өсөн бураҙналар һыҙып сығабыҙ ҙа, өҫтөнә һыу ҡоябыҙ. Ошонан һуң ғына кишерҙе ултырта башлайбыҙ. Орлоҡтарҙы ҡоро ер (!) менән ҡаплайбыҙ.
Ошо ысул менән ултыртылған кишер 3-5 көн эсендә үҫеп сыға. Кишер ултыртыуҙың был юлын һайлаһағыҙ, кишер үҫентеләре күренмәйенсә, түтәлгә һыу һибергә ярамай.