

Яланаяҡ йөрөү файҙалы
Ҡайһы берәүҙәр өйҙә балаларын яланаяҡ йөрөүҙән тыя. Имеш, һалҡын тейә, ауырыуы ихтимал. Был - бөтөнләй хата фекер.
Табиптар иһә яланаяҡ йөрөргә кәңәш итә, шулай эшләп ҡарағыҙ, файҙаһын тиҙ һиҙерһегеҙ, ти. Ул ҡан әйләнешен яҡшырта, аяҡ мускулдарын нығыта, арыуҙы кәметә. Табанда бик күп әүҙем нөктәләр урынлашҡан, яланаяҡ йөрөгәндә кешенең эске ағзаларына массаж яһала. Бынан тыш, ул сыныҡтыра, һалҡын тейеү йәки вируслы ауырыуҙарҙан һаҡланырға булыша. Ғалимдар яланаяҡ йөрөүҙең файҙаһын һалҡынса һыу менән ҡойоноу йәки иртән йүгереп ҡайтыуға тиңләй. Өйҙә яланаяҡ йөрөп, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоп була. Ул умыртҡалыҡ ауырыуҙары, ҡан баҫымы күтәрелеү, шешенеү, аяҡтар тирләүҙән дә файҙалы. Яланаяҡ йөрөү кескәйҙәргә айырыуса килешә. Координацияһы яҡшыра, мускулдары нығый, организмы сыныға.
Гүзәл Иҫәнгилдина.