Шифалы үләндәрҙең файҙаһын борондан белгәндәр. Уларҙың күбеһен насар энергетиканан һаҡлаусы булараҡ ҡулланалар. Өйҙө, күҙ тейеүҙән һаҡлай. Ләкин уларҙы дөрөҫ белеп ҡулланыу кәрәк.
Өйҙә йыш ҡына низағ, бәхәс булып торһа, һеҙгә көнләшкән кешеләр килһә өйөгөҙҙө энергетик яҡтан таҙартыу мотлаҡ. Кире осраҡта улар стеналарға йыйыла, йыйыла... Һөҙөмтәлә өйҙәгеләрҙең йыш ҡына баштары ауырта, кәйефтәре булмай. Был осраҡта һеҙгә әрем (полынь) ярҙамға киләсәк. Әремде өй буйлап стеналарҙы төтәтеп сығырға кәрәк һәм шуның менән кире энергия юҡҡа сығыр. Тағы ла бер ысул бар – 3 аш ҡалағы әремде бер стакан һыуҙа ҡайнатып, һуңынан уны бер биҙрә һыуға болғарға ла шуның менән өйҙө йыуып сығарырға була. Быны 2-3 айға бер эшләп торорға кәрәк. Кем теләй, ай һайын да мөмкин.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: e058d685f959414e0d5cdda3f6024c71