"Сәскәләр" бешерәйек

Беҙ бәләкәй саҡта, әсәйҙәр ҡунаҡ саҡырһа өҫтәлдә һәр ваҡыт "сәскәләр", бауырһаҡ, "асыҡ ауыҙҙар" була торғайны.Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бешереп, балаларыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ. Уның өсөн кәрәк була: Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Беҙ бәләкәй саҡта, әсәйҙәр ҡунаҡ саҡырһа өҫтәлдә һәр ваҡыт "сәскәләр", бауырһаҡ, "асыҡ ауыҙҙар" була торғайны.
Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бешереп, балаларыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ. Уның өсөн кәрәк була:
- 6 йомортҡа;
- аш содаһы (семетем генә);
- он

Йомортҡаларҙы һытабыҙ, сода өҫтәйбеҙ һәм он һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
Ҡамырҙы  һыуытҡысҡа ҡуйып, 15 минут тирәһе бер аҙ ял иттерәбеҙ.

Һуңынан ныҡ ҡалын итмәй генә йәймәләр йәйәбеҙ һәм түңәрәктәргә киҫеп сығабыҙ. Өсәр итеп ҡатлап һалып, уртаһын бармаҡ менән батырабыҙ.
Ҡайнап сығып, бер аҙ һыуынған көнбағыш майында бешереп алабыҙ.
Сығанаҡ: Уңғанбикәләр.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас