

Сәк-сәк
Был сәк-сәк өсөн 5 йомортҡа, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, берәр семтем тоҙ һәм аш содаһы алына.
Быларҙың барыһын да бергә ҡушып, теүәл 20 минут дауамында миксер менән туҡыйбыҙ. Унан ағас ҡалаҡ менән аҙ-аҙлап он ҡуша-ҡуша туҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ҡамыр ҡалаҡҡа йәбешмәҫлек булырға тейеш.
Бер ҡалаҡ ҡамырҙы ҡулды онлап йәки майлап алғандан һуң, бау кеүек һуҙабыҙ.
Был "бауҙы" 3-әр см оҙонлоҡтағы киҫәктәргә ҡырҡып сығабыҙ. Киҫәктәрҙе тағы бер тәгәрәтеп алабыҙ ҙа, ҡайнап бер аҙ һыуынған майға төшөрәбеҙ.
Әгәр майҙы ике һауытҡа ҡойоп бешерһәгеҙ, бигерәк тә уңайлы. Бер һауыттағы майҙы ҡыҙҙырғанда, икенсе һауыттағыһы һыуына тора.
Бешкән сәк-сәкте дуршлакка һалып, майын һарҡытып алабыҙ.
Сәк-сәкте ҡатырыу өсөн сироп былай эшләнә:
3 стакан шәкәргә 1 стакан һыу, 2 аш ҡалағы балды ҡушып 15 минут самаһы ҡайнаталар. Әгәр сироп һуҙылып торһа, ул әҙер була.
Сиропты шулай уҡ һөт менән дә эшләргә була. Бының өсөн 3 стакан шәкәргә 1 стакан һөт һалып ҡайнатыр кәрәк. Әйткәндәй, һөт менән ҡатырылған сәк-сәк матур ғына булып ялтырап тора.
Әгәр инде сәк-сәкте тиҙ генә бешерергә кәрәк булһа, "бауҙарҙы" майлы табаға теҙеп, мейестә бешерәләр икән. Таба тәрән булырға тейеш. Мәле менән табаны һелкетеп торор кәрәк.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!