Ҡоро ҡамырҙан алма бәлеше

Ҡоро ҡамыр, тигәс, күптәр аптырап ҡалыр. Шуға ла рецепты менән таныштырырға ашығайыҡ.Был ҡоро ҡамырға 200 гр он, 200 гр манный ярмаһы, 150 гр шәкәр, 150 гр аҡ май, 1 балғалаҡ разрыхлитель, ванилин, дәрсен алына. Эслек өсөн 6 алма кәрәк.

Ҡоро ҡамырҙан алма бәлеше

Ҡоро ҡамыр, тигәс, күптәр аптырап ҡалыр. Шуға ла рецепты менән таныштырырға ашығайыҡ.
Был ҡоро ҡамырға 200 гр он, 200 гр манный ярмаһы, 150 гр шәкәр, 150 гр аҡ май, 1 балғалаҡ разрыхлитель, ванилин, дәрсен алына. Эслек өсөн 6 алма кәрәк.

Алманы таҙартып, ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ондо, манныйҙы, шәкәрҙе, разрыхлителде, ванилинде, дәрсенде бергә ҡушып бутайбыҙ. Форманы майлайбыҙ.

Бәлеш 3-5 ҡатлы итеп эшләнә. Башта ҡоро ҡамыр, унан алма, унан туңдырылған майҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Бәлеште 180ºC эҫелектә 50 минут бешерәбеҙ.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас