

Крахмал ярҙамында көмөштө таҙартырға, тәҙрәне йыуырға, балаҫты таҙартырға, янған, ҡырҡылған урынға һалырға, үтекләүҙе еңеләйтергә, аяҡ кейемендәге насар еҫте алырға, һ.б. була.
1. Көмөш. Көмөш ҡалаҡ һәм сәнскене тиҙ генә таҙартам тиһәң, һыуға ни бары 2 аш ҡалағы крахмал һалығыҙ. Унан ҡалаҡ һәм сәнскене ебетегеҙ. Аҙаҡ йыуып алыу ҙа етә.
2. Тәҙрә. Тәҙрә ялтырап торһон өсөн һыуға крахмал һалып йыуығыҙ.
3. Балаҫтағы таптарҙы таҙартыу өсөн өҫтөнә крахмал һибегеҙ һәм10 минуттан саң һурҙырғыс менән һурҙырып ҡына алығыҙ.
4. Янған урынға крахмал һәм һыуҙан эшләнгән бутҡаны һөртөгөҙ. Аҙаҡ янған урындың эҙе лә ҡалмаҫ.
5. Үтекләгән саҡта һыулау өсөн ҡулланылған һауытҡа саҡ ҡына крахмал төшөрөгөҙ. 1 стакан һыуға 1 аш ҡалағы крахмал алына.
6. Кроссовкилар еҫләнмәһен өсөн төнгөлөккә эсенә крахмал һибегеҙ. Балаҫтағы еҫте лә ошо рәүешле бөтөрөп була.
7 һәм 8. Күн кейем менән мебель. Таптарға крахмал һалығыҙ һәм дымлы сепрәк менән һөртөп алығыҙ. от жира.
9. Һәм 10. Китаптар һәм кәрт. Былар дым тартмаһын өсөн крахмаллы пакеттарҙа һаҡлағыҙ.
11.Тынысландыра. Бының өсөн крахмалға яратҡан эфир майын тамыҙығыҙ.
12. Ҡоро шампунь. Майланған сәскә крахмал һибегеҙ.
13. Мебель өсөн полироль. Ағас әйберҙәрҙе 1:1 миҡдарҙа крахмал менән һыуҙан бутҡа әҙерләп, һөртөп алығыҙ.
14. Уйынсыҡтар. Крахмал һалынған пакетҡа төшөрөп, һелкетеп алығыҙ. Аҙаҡ саң һурҙырғыс менән ҡулланығыҙ.
15. Присыпка урынына ла крахмал менән ҡулланырға була.
16. Дезодорант. Ныҡ тирләгән кеше өсөн бигерәк тә файҙалы. Башта ҡултыҡ аҫтын имән ҡайырыһы төнәтмәһе менән йыуығыҙ һәм крахмал һөртөгөҙ.
17. Подливҡа ла крахмал ҡушырға була.
18. Омлет күпереп торһон өсөн йомортҡаға туҡый башлағанға тиклем үк крахмал ҡушығыҙ.
19. Иҙән шығырлаһа, шулай уҡ крахмал ярҙамға килә.
20. Буяҡты ла крахмал менән эшләп була. 1-2 аш ҡалағы һыуға ике тапҡырға күберәк крахмал ҡушығыҙ. Унан яҡшылап болғатығыҙ ҙа ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас ҡына яратҡан төҫөгөҙҙө өҫтәгеҙ.