Файҙалы кәңәштәр
30 Апрель 2023, 10:00

Тура ... тупраҡҡа

Помидор рассадаһын ултыртып өлгөрмәһәгеҙ, уны тура тупраҡҡа сәсеп тә була. Уңышын 3 аҙнаға һуңыраҡ алһағыҙ ҙа, уның ҡарауы рассада менән мәшәҡәтләнергә, пикировкалау менән шөғөлләнергә кәрәк булмаясаҡ...

Тура ... тупраҡҡаТура ... тупраҡҡа
Тура ... тупраҡҡа

Помидор рассадаһын ултыртып өлгөрмәһәгеҙ, уны тура тупраҡҡа сәсеп тә була. Уңышын 3 аҙнаға һуңыраҡ алһағыҙ ҙа, уның ҡарауы рассада менән мәшәҡәтләнергә, пикировкалау менән шөғөлләнергә кәрәк булмаясаҡ. Тик бының өсөн тиҙ өлгөргән сорттарҙы алырға кәрәк: “Аляска”, “Крайний Север”, “Подснежник”, “Полярный скороспелый”, “Роза ветров”, “Снегирь”, “Снежная сказка”, “Суб-Арктик”, “Таймыр”, “Ямал” һ.б.

Тәүҙә орлоҡтарҙы 8-12 сәғәт һыуҙа йәки үҫеү стимуляторында тотоп алығыҙ. Ерҙе бер көрәк тәрәнлегендә ҡаҙып, уға 10-15 см тиреҫ һалығыҙ. Тиреҫ булмаһа, уның урынына былтырғы һабаҡ, үлән, япраҡтарҙы ҡулланырға була. Өҫтөнә тупраҡ һалығыҙ. Орлоҡтарҙы бер-береһенән 30 см алыҫлыҡта сәсегеҙ, ә рәттәрҙе 60-70 см итегеҙ.

Үҫенте сыҡҡас, уның ныҡ булғандарын ҡалдырып, һирәгәйтегеҙ. Һирәгәйткәндән һуң 2-3 көн үткәс 10 литр һыуға 15 г аммиак селитраһын һалып, томатты ашлағыҙ. Һыуҙы кәрәк саҡта ғына ҡойоғоҙ. Икенсе ашлама индереү, помидорға тумалана башлаған саҡҡа тура килергә тейеш. Бының өсөн 1 кв.м ергә 20 г суперфосфат һәм 10 г хлорлы калий алына. Үҫеп ултырған томаттан 20 см алыҫлыҡта 6-7 см тәрәнлектә бураҙналар эшләргә һәм ашламаны шунда күмергә кәрәк. Ҡоро ашламаны тик еүеш тупраҡҡа индерергә кәрәк икәнен онотмағыҙ. Шулай уҡ томаттың үҫеүен Эпином йәки Иммуноцитофит препараттары тиҙләтә.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас