Файҙалы кәңәштәр
30 Апрель 2023, 05:00

Теплица таҙа булырға тейеш

"Теплицаға ултыртҡан ҡыяр, помидорым, борос, баклажан һ.б. тиҙ боҙола. Йәшелсәләрҙә ниндәйҙер таптар барлыҡҡа килә, серей, ә тышта улай түгел”,-тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Был ысынлап та шулай. Ә уның сере ябай...

Теплица таҙа булырға тейешТеплица таҙа булырға тейеш
Теплица таҙа булырға тейеш

Теплицаға ултыртҡан ҡыяр, помидорым, борос, баклажан һ.б. тиҙ боҙола. Йәшелсәләрҙә ниндәйҙер таптар барлыҡҡа килә, серей, ә тышта улай түгел”,-тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.

Был ысынлап та шулай. Ә уның сере ябай. Теплицаға ел, һауа тулыһынса үтеп инә алмау сәбәпле, унда төрлө зыянлы бактериялар ҙа, ҡоротҡос бөжәктәр ҙә тиҙ үрсей. Ҡышты ла улар теплицала еңел үткәрә. Быны нисек булдырмаҫҡа һуң?

Иң тәүҙә теплицанан бар артыҡ әйберҙәрҙе сығарығыҙ. Әгәр түтәлдәрегеҙ ағас таҡталарҙан эшләнгән булһа, уларҙы яҡшылап аҡлап сығығыҙ. Был теплицалағы бар ағас әйберҙәргә ҡағыла. Артабан баҡыр купоросын һиптереп сығырға кәрәк. Әгәр былтыр теплицалағы йәшелсәләрегеҙ “ауырымаған” булһа, 10 литр һыуҙа 50-75 г купоросты иҙеп алығыҙ. Әгәр йәшелсәләр боҙолоп аптыратһа, купоросты ике мәртәбә күберәк алығыҙ. Уны теплицаның стеналарына ла, түбәһенә лә, тупраҡҡа ла һиптереп сығығыҙ. Купорос 1 – 3 сәғәттән тәьҫир итә башлай. Бынан һуң теплица бер нисә көн ябыҡ торһа, бигерәк һәйбәт. Әммә быға ваҡыт булмаһа, бер тәүлектән һуң теплицаны яҡшылап елләтегеҙ һәм эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ.

Әгәр һеҙ тәбиғи зарарһыҙландырыу ысулы яғында булһағыҙ, ҡарағай ылыҫы кәрәк буласаҡ. 10 литрлыҡ биҙрәгә уны яртылаш тултырығыҙ һәм 20 минут ҡайнатып алығыҙ йә өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп ярты көн төнәтеп алығыҙ. Ошо шыйыҡсаны теплицаның бар еренә һиптереп сығығыҙ.

Артабан тупраҡҡа тотонабыҙ. Әгәр теплицалағы тупраҡты быйыл яңыртмаһағыҙ, уны мотлаҡ зарарһыҙландырырға кәрәк. Сөнки ҡоротҡос бөжәктәр шунда йәшенә. Иң ябай ысул – түтәлгә ҡайнар һыу ҡойоп, шунда уҡ өҫтөн полиэтилен менән ябып тороу. Бындай ысул бөжәктәрҙе генә түгел, ҡый үләндәрен лә үлтерә.

Тағы бер ысул: 10 литр эҫе һыуға 5 г марганцовка һалып бутап, шуны түтәл өҫтөнә ҡойоп сығыу. Марганцовка төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙе үлтереүҙән тыш, тупраҡҡа ашлама ла булып тора.

Әлбитә, бындай эшкәртеүҙәрҙән һуң тупраҡтағы файҙалы бактериялар ҙа көсһөҙләнә. Шуға күрә теплицаға серетмә, көл һ.б. ашламаларҙы индерергә кәрәк. Улар тиҙерәк эшкәртелһен өсөн биопрепараттар ҡулланығыҙ (орлоҡ һатҡан һәр магазинда бар. Мәҫәлән “Урожайный” биопрепараты). Бындай препараттар тиреҫ, һалам, бысҡы вағыһ.б. тиҙ арала уңдырышлы тупраҡҡа әйләндерә.

Теплицаны таҙартыу, дезинфекциялау яҙлы-көҙлө эшләнә торған мотлаҡ эш. Әммә беҙ йыш ҡына быға иғтибар бирмәйбеҙ, һөҙөмтәлә уңышыбыҙ зыян күрә. Шуға күрә был эште инҡар итмәгеҙ, онотмағыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас