Файҙалы кәңәштәр
30 Апрель 2023, 14:42

Итле бәлеш

Был тәмле бәлеш рецебы беҙгә Төркиәнән килеп ингән. Үҙе бик тәмле булыуға оҡшаған. Бешереп ҡарайбыҙмы?  Бының өсөн бәләкәйерәк кәбеҫтәнең яртыһы, 350 - 400 грамм фарш, тоҙ һәм тәмләткестәр, йәшелсә тәменә ҡарап алына, 1 стакан кефир, 1 стакан майонез, 3 йомортҡа...

Итле бәлешИтле бәлеш
Итле бәлеш

Был тәмле бәлеш рецебы беҙгә Төркиәнән килеп ингән. Үҙе бик тәмле булыуға оҡшаған. Бешереп ҡарайбыҙмы? 

Бының өсөн бәләкәйерәк кәбеҫтәнең яртыһы, 350 - 400 грамм фарш, тоҙ һәм тәмләткестәр, йәшелсә тәменә ҡарап алына, 1 стакан кефир, 1 стакан майонез, 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ сода йәки разрыхлитель, өймәләмә 8 аш ҡалағы он, майлау өсөн үҫемлек майы, туҡылған йомортҡа ағы (бешкән бәлеш өҫтөрә һылар өсөн) кәрәк була. 

Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ һәм аҙ ғына һыуҙа бер аҙ ҡайнатып алабыҙ. Йәғни һыу ҡайнап сығыу менән кәбеҫтәне 1 минутҡа төшөрәбеҙ. Унан дуршлак ярҙамында һыуын һарҡытабыҙ. 

Йәшелсәне (петрушка, укроп һәм һуғанды) ваҡ итеп турайбыҙ. 

Фаршты үҫемлек майы менән ҡурып алабыҙ. Ошонда уҡ саҡ ҡына прованс үләндәрен, тоҙ ҡушып ебәрергә була. Фарш әҙер. 

Хәҙер кәбеҫтәне фарш һәм йәшелсә менән ҡушып болғатабыҙ. 

Берәр стакан кефир менән майонезды ҡушып болғатабыҙ ҙа 1 ҡалаҡ соданы һәм 3 йомортҡаны өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ 8 аш ҡалағы он иләп һалабыҙ. 

Бәлеш бешерә торған форманы майлайбыҙ. Унан ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Эслекте ипләп кенә һаҡлыҡ менән теҙәбеҙ. Унан ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. 

Аҙаҡ бәлеште 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30 минут бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас