Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
29 Апреля 2023, 06:30

Сырлы картуф йомарсағы

Был тәмлекәсте бешерер өсөн башта 6 уртаса ҙурлыҡтағы картуфтан иҙмә бешереп алабыҙ. Унан иҙмәгә 2 йомортҡа менән 1 аш ҡалағы он ҡушып яҡшылап болғатабыҙ...

Сырлы картуф йомарсағыСырлы картуф йомарсағы
Сырлы картуф йомарсағы

Сырлы картуф йомарсағы

Был тәмлекәсте бешерер өсөн башта 6 уртаса ҙурлыҡтағы картуфтан иҙмә бешереп алабыҙ. Унан иҙмәгә 2 йомортҡа менән 1 аш ҡалағы он ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Ҡул менән яҡшыраҡ була.

Бына хәҙер йоморсаҡтар эшбәргә лә була. Ҡул
менән әүәләп эшләйбеҙ. Ә бына һәр йоморсаҡтың эсенән шаҡмаҡ сыр һалып ҡалдырабыҙ.

Картуф йоморсаҡтарын тоҙло-боросло, тәмләткнсле панировкала әүәләп алабыҙ.

Ҡыҙған табаға йоморсаҡтар ҡапланырлыҡ май ҡойоп, бешерергә һалабыҙ.

Артыҡ майы һеңһен өсөн салфетка һалынған тәрилкәгә бешкән йоморсаҡтарҙы бушатабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас