Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
27 Апрель 2023, 11:25

Тауығығыҙ йомортҡа һаламы?

-

Тауыҡтар йомортҡа һалһын өсөн уларҙың аҙығынаа бер аҙ сәй содаһы өҫтәргә кәрәк, тип кәңәш бирә белгестәр. Ул аш эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта, йомортҡаны күберәк һалыуға ярҙам итә, тип белдерәләр.

Соданы туранан-тура һыуға өҫтәргә кәрәкмәй - ашамаясаҡтар. Шуның өсөн дә 5 кг ҡатнаш аҙыҡҡа киптереп төйөлгән бер ус йомортҡа ҡабығы, 20 грамм сәй содаһы (йылы һыуҙа эретеп), тоҙһоҙ бешкән картуф һыуы өҫтәп яҡшылап болғатырға. Бына бындай аҙыҡты тауыҡтар яратып ашаясаҡ.

Содалы аҙыҡты ҡош-ҡортҡа аҙнаһына бер тапҡыр бирергә кәрәк. Йомортҡа һалмай башлаһалар бер аҙна – содалы, икенсеһендә содаһыҙ аҙыҡ бирергә кәрәк. Шулай бер-ике ай дауам итергә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: bird-group-farm-animal-flock-summer-rural-spring-beak-black-chicken-fowl-fauna-rooster-poultry-sunny-feathers-daylight-galliformes-vertebrate-buff-phasianidae-pullet-americauna-pullets-648666

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас