

Был тиҙ генә әҙер була торған чизкейкка 70 гр аҡ май, 750 гр эремсек, 3 балғалаҡ желатин + 50 мл һыу, печенье кәрәк була.
Печеньены блендер йәки ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Туҡмас таяҡ менән иҙергә лә була.
Иҙелгән печеньеға иретелгән аҡ майҙы ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан "ҡамырҙы" ҡул менән формаға йәйеп һалабыҙ ҙа һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Желатинға һыу ҡоябыҙ һәм бүрткәнен көтәбеҙ.
Эремсеккә шәкәр менән ҡуйыртып бешерелгән һөттө ҡушабыҙ. Бер төрлө масса килеп сыҡҡансы яҡшылап болғатабыҙ.
Бүрткән желатинды һауыты менән ҡайнап ултырған һыу өҫтөнә ултыртабыҙ. Желатинды ҡайнатырға ярамай. Юғиһә ул үҙ үҙенсәлектәрен юғалта.
Желатинға бер аҙ эремсекле массаны ҡушабыҙ. Уны яҡшылап болғатабыҙ ҙа ҡалған массаға ҡушабыҙ. Йәнә яҡшылап болғатабыҙ. Эслек әҙер. Хәҙер уны алдан әҙерләп ҡуйған "ҡамыр" өҫтөнә ҡушабыҙ. Һыуытҡыста 3 сәғәттән ашыу тотҡандан һуң табынға бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!