Файҙалы кәңәштәр
15 Апреля 2023, 05:05

Сыр эшләйбеҙ

Өйҙә үҙебеҙ әҙерләгән сыр тәмле лә, файҙалы ла, таҙа ла була. Башланыҡ, уңғанбикәләр!..

Сыр эшләйбеҙСыр эшләйбеҙ
Сыр эшләйбеҙ

1 литр һөткә өс йомортҡа, 1,5 ҙур ҡалаҡта тоҙ, 400 грамм кефир алына

Бөтәһен бергә бутайбыҙ ҙа, талғын утҡа ҡуябыҙ. Эремсекләнгәс, дуршлагка марля ҡуйып йәки ҙур иләк аша һөҙәбеҙ. Өҫтөн тәрилкә менән ҡапларға һәм ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Өс-дүрт сәғәттән сыр әҙер. Йәшел тәмләткестәр ҡушырға була.

Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхет ле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас