Файҙалы кәңәштәр
15 Апрель 2023, 11:00

Файҙалы кәңәштәр

Күҙ аҫты ҡарайып, ҡабаҡтар шешмәкләнгәндә, ҡабығында бешкән картуф ярҙам итер. Картуф һыуынғас, уртаға ҡырҡып, 30-40 минутҡа күҙҙәргә һалырға...

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

*Күҙ аҫты ҡарайып, ҡабаҡтар шешмәкләнгәндә, ҡабығында бешкән картуф ярҙам итер. Картуф һыуынғас, уртаға ҡырҡып, 30-40 минутҡа күҙҙәргә һалырға.

*Шулай уҡ күҙ аҫтындағы ҡара таптарҙы бөтөрөү өсөн бешерелгән һәм ныҡлап һыуытылған пакетлы сәйҙәрҙе күҙ ҡабағына бер нисә минутҡа һалып тороу кәңәш ителә.

*Ҡырҡылған сыр һыуытҡыста кипмәһен йәки күгәрмәһен өсөн уға бер аҙ аҡ май һөртөргә кәрәк.

*Табала тәүҙә тоҙ ҡыҙҙырһағыҙ, ризыҡ уның төбөнә йәбешмәҫ.

*Шкафтағы, аяҡ кейемендәге ауыр еҫте бөтөрөү өсөн унда 2 – 3 пакетлы сәй һалығыҙ. Ә яңы һатып алынған әйберҙәге “фабрика еҫе”нән ҡотолоу өсөн уны гәзиткә урағыҙ.

*Әгәр ҙә телефонығыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ, уны “самолетта” режимына күсерегеҙ. Тик һуңынан был режимды һүндерергә онотмағыҙ, юғиһә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә алмаясаҡһығыҙ.

*Төймәләрегеҙ төшөп йонсотмаһын тиһәгеҙ, ептәренә төҫһөҙ тырнаҡ лагы һөртөп сығығыҙ.

*Иртәнсәк бер ҙә торғоғоҙ килмәйме? Күҙҙәрҙе ауырттырғансы ныҡ итеп йомоғоҙ ҙа егермегә тиклем һанағыҙ. Ғәҙәттә, йоҡо шундуҡ оса. Тик һанаған ваҡытта кире ойоп китмәгеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.


Автор:Гузель Салихова
Читайте нас