

Ҡайын бөрөһөн алып, бер бәләкәй шешәләге (0.25 л) араҡыға һалаң. Тик араҡы урынына спирт ҡулланып ҡуймағыҙ! Ҡайын бөрөһө араҡының 1/5 өлөшөн тәшкил итергә тейеш.
Йылы урында төнәтер кәрәк була. Тик мәле менән уны һелкетеп торор кәрәк. Араҡы һоро төҫкә ингәс, төнәтмә әҙер була.
Был төнәтмәгә етен сепрәкте манып алаһың һәм уны 5-6 ҡатҡа бөкләйһең. Был етен маңлайҙы һәм ҡашты ҡапларға тейеш. Өҫтөнән целлофан ҡапла һәм йылы шапка кей. Ошолай боҫламаны төнө буйы тот! Бынан һуң 1 көн урамға сығырға ярамай.
Был боҫлама маңлайҙы ҡысыттырырға, яндырыуы ихтимал. Саҡ ҡына түҙегеҙ, аҙаҡ ул үтә. Аҙаҡ, алғандан һуң балалар кремын һөртөгөҙ. Был боҫламаны ике тапҡыр ҡулланғандан һуң барыһы ла үтергә тейеш.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!