Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Апрель 2023, 19:25

Битте таҙарта торған маска

Күптәр магазиндан корейҙың ҡыйбатлы маскаларына күсеп бөттө. Пленкалыһын да күпләп һатып алалар. Был маска быларҙың барыһын да алмаштыра ала, тиһәң дә була. Һөҙөмтәһен тәүге тапҡыр ҡулланғандан һуң күрерһегеҙ. Эшләп ҡарайбыҙмы? Уның рецебы былай: 

Битте таҙарта торған маска
Битте таҙарта торған маска

Күптәр магазиндан корейҙың ҡыйбатлы маскаларына күсеп бөттө. Пленкалыһын да күпләп һатып алалар. Был маска быларҙың барыһын да алмаштыра ала, тиһәң дә була. Һөҙөмтәһен тәүге тапҡыр ҡулланғандан һуң күрерһегеҙ.

Эшләп ҡарайбыҙмы?

Уның рецебы былай: 

⏩ Башта йомортҡаның һарыһы менән ағын айырып алабыҙ. 

⏩ Ағын битебеҙгә һылайбыҙ. Ә бына күҙ һәм ауыҙ тирәһендәге тирегә теймәйбеҙ. 

Был масканы 15-20 минут тотабыҙ ҙа һалҡынса һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. 

❗️Был маска бит тиреһе ҡоро йәки тиҙ ҡыҙарып барыусан булған тиреле ҡатын-ҡыҙҙарға бармай.  

Һәр саҡ матур булып ҡалығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: