Файҙалы кәңәштәр
12 Апрель 2023, 16:30

Ҡатыу ҡаҡшаттымы?

был күнекмәләр ярҙам итергә тейеш. 

Ҡатыу ҡаҡшаттымы?Ҡатыу ҡаҡшаттымы?
Ҡатыу ҡаҡшаттымы?

Елкәлә ҡатыу булһа... 

был күнекмәләр ярҙам итергә тейеш. 

1. Эйәгегеҙ менән муйынығыҙға тартылығыҙ. Унан башығыҙҙы уңға-һулға 5-10 тапҡыр бороғоҙ. 

2. Эйәгегеҙҙе ҡабаттан күтәрегеҙ. Йәнә лә уңға 5 тапҡыр, унан һулға ла шулай бороғоҙ. 

3. Башығыҙҙы уң яҡҡа ятҡырығыҙ, әйтерһең ҡолағығыҙ менән яурынығыҙға ҡағылырға йыйынаһығыҙ. Ошолай ике яҡҡа ла 5-әр тапҡыр эйелегеҙ. 

4. Башығыҙҙы тура тотоғоҙ. Ошо килеш эйәгегеҙ менән аҫҡа, башығыҙ менән өҫкә тартылған кеүек көсәнегеҙ. 

5. Усығыҙ менән маңлайығыҙға баҫығыҙ. Елкә мускулдарын көсәндерегеҙ. Был күнекмәне 7-әр секунд 3-әр тапҡыр ҡабатлағыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас