+24 °С
Ямғыр


Көслө йүтәлдән ҡотолоу өсөн...
Ғәләмәт шәп рецептты тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн аптеканан:
1." Таблетки от кашля" тип аталған дарыуҙы;
2. "Грудной эликсир" йәки икенсе төрлө әйткәндә "Нашатырно-анисовые капли" дарыуын һатып алығыҙ. Әйткәндәй, был дарыуҙар бик осһоҙ хаҡҡа һатыла.
Стаканға 2 төймә дарыуҙы һалып, 1 десерт ҡалағы эликсир менән 2 аш ҡалағы эҫе һыуҙы ҡойоғоҙ. Унан иҙелеп бөткәнсе яҡшылап болғатығыҙ.
Был дауаны көн һайын ашарҙан ярты сәғәт алда һәм йоҡларҙан 2 сәғәт алда - барлығы 3 тапҡыр эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.