

Е витаминын икенсе төрлө матурлыҡ витамины, тиҙәр. Беҙ ашаған аҙыҡ-түлек составында ул була торған. Әммә был ғына етмәй. Е витаминына дефицит кисергән саҡта табиптар витаминдың үҙен йәки комплекслы витамин алып эсергә кәңәш итә.
✅ Е витаминын эскән саҡта уның төп ҡағиҙәләрен үтәү кәрәк. Мәҫәлән Е витаминын D витамины менән бергә эсергә ярамай. Витаминдар комплексын эсергә уйлаһағыҙ, уның составын күҙәтергә онотмағыҙ.
Шулай уҡ Е витамины организмда артыҡ та булырға тейеш түгел.
✅ А менән С витаминдарын Е витамины менән ҡуша эсергә була. Улар бер-береһен тулыландырып килә.
🔺 Ҡайһы осраҡта Е витаминын эсеү тыйыла?
Әгәр һеҙ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуы менән яфаланһағыҙ, Е витаминын эсер алдынан мотлаҡ кардиолог менән кәңәшләшегеҙ. Шулай уҡ Е витаминын ҡайһы бер төр психик ауырыуҙар булғанда эсергә ярамай. Мәҫәлән, эпилепсия тап шундай сирҙәрҙең береһе һанала.
Һау-сәләмәт булығыҙ!