+24 °С
Ямғыр


Ҡул ярыламы? Йәшәртеүсе крем эшләп һөрт!
Был йәшәртеүсе крем өсөн 1 литр йылы һыуҙа 2 аш ҡалағы тоҙҙо иҙеп ал. Был иҙмәгә ҡулыңды тығып, 10 минут тот.
Йыуырға ашыҡмай тор. Ҡулыңды махсус йәшәртә торған майға манып ал һәм ыуала.
Ә йәшәртеүсе май былай әҙерләнә: 1 йомортҡа һарыһына берәр аш ҡалағы бал менән үҫемлек майын ҡушып, яҡшылап болғат.
Был масканы ҡулыңдан 20 минуттан һуң йыуып төшөр.
Ҡулыңдың йомшаҡ ҡына булып ҡалыр. Ярылған урындар 3-4 көндән шымарыр.