Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
6 Апрель 2023, 14:10

Тынысландырыусы төнәтмә

Бының өсөн 100 мл бесәй үләне  (вaлepиaна), 50 мл эвкaлипт, 100 мл пион, 100 мл арыҫлан ҡойроғо (пустырник), 25 мл бүҙәнә бөтнөгө (мята перечная) төнәтмәләрен аптеканан алып, бергә ҡушып болғатаң.  Был ҡатнашманы шешәгә...

Тынысландырыусы төнәтмәТынысландырыусы төнәтмә
Тынысландырыусы төнәтмә

Шифалы үләндәрҙән эшләнгән был төнәтмә моғайын да һеҙгә ярҙам итер.

Бының өсөн 100 мл бесәй үләне  (вaлepиaна), 50 мл эвкaлипт, 100 мл пион, 100 мл арыҫлан ҡойроғо (пустырник), 25 мл бүҙәнә бөтнөгө (мята перечная) төнәтмәләрен аптеканан алып, бергә ҡушып болғатаң. 

Был ҡатнашманы шешәгә ҡойоп, яҡшылап болғатҡандан һуң ҡараңғы урынға 2 аҙнаға ултыртып тораң. Һелкетеп, сайҡатып торорға ярамай. 

Төнәтмә әҙер булғас, ашарҙан ⠀15-20 минут алда көнөнә 3 тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә. Аҙағынан һыу эсеп ҡуйырға кәңәш ителә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ: табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас