Ҡыяр сәстегеҙме әле?
Май баштарында теплицаға күсереп ултыртыу өсөн ҡыярҙы апрелдең ундарына тиклем сәсергә кәрәк. Бының өсөн сама менән 300 мл һауытҡа ултыртыу отошлораҡ. Уға тулыр-тулмаҫ тупраҡ һалып, һыу һибәбеҙ. Бер һауытҡа 1,5-2 см тәрәнлектә орлоҡ төшөрәбеҙ һәм дымлы тупраҡ менән ҡаплайбыҙ. Сәскәндән һуң һыу һипмәйбеҙ, юғиһә орлоҡ төпкә үк төшөп китәсәк. Һауытты пленка менән ҡаплап, йылы урынға ҡуябыҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡыяр орлоҡтарының тулымы-бушмы икәнен тикшереп сәсегеҙ. Уның өсөн бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалып иреткәнсе болғатабыҙ. Уға орлоҡтарҙы төшөрөп, 10 минут самаһы тотабыҙ. Тулы орлоҡтар аҫҡа төшәсәк, астары өҫтә йөҙөп йөрәйәсәк. Һуңынан кәрәкле орлоҡтарҙы яҡшылап йыуып алабыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: pCv0hL8rQ9I