

Арҡа һәм күкрәк тәңгәле ныҡ ауыртҡанда...
Был ауыртыуҙы икенсе төрлө ҡабырға-ара невралгия, тип тә йөрөтәләр.
Был рецептты ҡулланғанда, ғәҙәттә тәүге процедуранан һуң уҡ еңеллек килә торған.
Йода менән глициринды бер үк миҡдарҙа ҡушып болғатығыҙ. Уларҙың икеһе лә аптекала һатыла.
Шешәне ныҡ итеп һелкетеп алғандан һуң арҡаның ауыртҡан урынына мамыҡ ярҙамында иҙмәне һөртөгөҙ. Әммә был иҙмәне умыртҡа һөйәге тирәһенә һөртмәгеҙ. Ыуырға ла кәрәкмәҫ. Мамыҡ менән берҙе генә һыпырығыҙ.
Унан етен кейем кейеп, йоҡларға ятығыҙ. Шулай уҡ йылы кейем дә кейергә кәрәкмәҫ.
Ошо рәүешле көн аша 15 тапҡыр ҡабатлаһағыҙ, ауырыуығыҙ һыпырып алған кеүек юҡ булыр.
Шулай уҡ был рецепт имгәнгән урынға, ябай радикулитҡа, миозитҡа ярҙам итә.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!