Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
3 Апрель 2023, 06:55

Картуф файҙалы булып сыҡҡан

Көнөнә бер тәрилкә иҙелгән картуф ашау өлкәндәрҙең хәтерен яҡшырта. Шулай уҡ иткә ҡарағанда, картуфты күберәк ашаған кешеләрҙә йөрәк өйәнәге булмай...

Картуф файҙалы булып сыҡҡанКартуф файҙалы булып сыҡҡан
Картуф файҙалы булып сыҡҡан

Ҡыҙыҡлы!

Ғалимдар картуфтың кеше организмына тәьҫирен өйрәнгән. Һөҙөмтәлә, был йәшелсәнең ҡартайғанда аҡылдан яҙмауға (деменциянан һаҡлауға) булышлыҡ итеүен асыҡлағандар. Көнөнә бер тәрилкә иҙелгән картуф ашау өлкәндәрҙең хәтерен яҡшырта. Шулай уҡ иткә ҡарағанда, картуфты күберәк ашаған кешеләрҙә йөрәк өйәнәге булмай.

Ғалимдар картуфтың организмға күберәк зыян килтереүе, унан һимереүҙәре тураһындағы һүҙҙәрҙе инҡар итә алған. Картуф С һәм В витаминының бар төрҙәренә бай икән. Тик картуф файҙалы булһын өсөн уны һыуҙа, мейестә йәки ҡабыҡлы итеп бешерергә кәрәк. Ә бына ҡыҙҙырылған картуф (фри), чипсы ысынлап та зыянлы, тип белдергән ғалимдар.

Тимәк, быйыл картуфты күберәк ултыртырға әҙерләнәбеҙ, дуҫтар!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас