+24 °С
Ямғыр


Халыҡ мецицинаһын үҙ итеүселәр ошо ваҡыттан төрлө ағастарҙың бөрөһөн йыя башлай. Ҡарағай бөрөһө юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға ярҙам итер. Бының өсөн 30 г бөрөнө 1 литрлыҡ термоста төнәтегеҙ. Ул ике сәғәттән әҙер була. Ошо төнәтмәне көн дауамында стакандың 1/4 өлөшө итеп эсегеҙ. Дауаланыу курсы 15 көн. Һау-сәләмәт булайыҡ!
Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табиптар менән кәңәшләшегеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.